Ябай... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Бәхет көсө


Бер ҡасан кире ҡайтмаҫ:
Ваҡыт, форсат, һүҙең,
Һаҡлап тот, юғалмаһын
Өмөт, сафлыҡ, түҙем.
Иң ҙур ҡиммәтең булыр:
Дуҫлыҡ, һөйөү, иман;
Бары тик төтөн генә -
Байлыҡ, ҡеүәт һәм дан.
Юлдан яҙҙырыр: шарап,
Һауалылыҡ, мәкер.
Өс нәмә кеше итер:
Намыҫ, хеҙмәт, шөкөр.
Бик ябай ғына кеүек
 Бәхет яулау көсө…
Тик ҡайсаҡ ғүмер етмәй
Шуны аңлар өсөн


2012